9 декабрь, Йома

06 декабрь 2010 йыл, 9:40

Башҡортостанда иң айыҡ ауыл һайланасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда тиҙҙән иң айыҡ ауылды һайлауҙары ихтимал. Был республика ауылдары араһында үткәреләсәк үҙенсәлекле конкурс проекты «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең ойоштороусылар йыйылышында әҙерләнгән һәм республика Хөкүмәтенә ҡарауға йүнәлтелгән.

«Башинформ» агентлығына «Айыҡ Башҡортостан»ды  ойоштороусыларҙың береһе Роберт Дәүләтшиндың хәбәр итеүенсә, «Иң айыҡ ауыл» конкурсы проектының Рәсәйҙә аналогтары юҡ. Конкурс ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеүгә, үҫеп килеүсе быуынды айыҡлыҡта тәрбиәләүгә һәм уны эскелек, тәмәке тартыу һәм наркотиктар ҡулланыуҙан аралауға йүнәлтелгән.