10 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2010 йыл, 17:26

Татарстан Дәүләт Советы делегацияһының Башҡортостанға сәфәре

автор: "Башинформ"

Бөгөн, 3 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай 1997 йылдың 22 мартындағы ике күрше республиканың Ҡануниәт органдары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүен артабан үҫтереү маҡсатында килгән Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы делегацияһын ҡабул итә.

Һуңғы тапҡыр бындай осрашыу 2003 йылдың декабрендә үткәрелгәйне – Татарстан парламентарийҙары Өфөгә килеп, хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү тураһында Протоколға ҡул ҡуйылғайны, килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөм ойошторолғайны.

Программала республика парламентының профилле комитеттарында осрашыуҙар ҡаралған, унда депутаттар — Татарстан һәм Башҡортостан парламенттарының профилле комитеттары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары берҙәм хоҡуҡ майҙанын киңәйтеүҙә, берлектәге закон проекттары әҙерләүҙә һәм һайлаусылар мәнфәғәтендә закондарҙы һөҙөмтәле бойомға ашырыуҙа хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерәсәк.  

Программаның икенсе өлөшөндә Башҡортостан менән Татарстан ҡануниәтселәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһы ҡаралған. Килешеүгә республикалар парламенттары етәкселәре Константин Толкачев менән Фәрид Мөхәмәтшин ҡул ҡуясаҡ.

Ҡунаҡтар шулай уҡ Башҡортостан парламентының эш тәжрибәһе менән танышасаҡ, республиканың ҡануниәт органы тарихы музейына барасаҡ. Археология һәм этнография музейына барыу, Өфө «Нур» дәүләт татар театрының ижади коллективы менән осрашыу планлаштырылған, тип хәбәр итә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  матбуғат хеҙмәте.