3 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2010 йыл, 9:19

Рөстәм Хәмитов: Беҙгә Өфө трансформатор заводы кеүек ундан ашыу предприятие кәрәк

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

— Беҙгә Өфө трансформатор заводы кеүек тиҫтәнән ашыу предприятие кәрәк, – тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов кисә предприятие эше менән танышыу барышында. – Шул саҡта беҙ сәнәғәтебеҙҙе заманлаштыра аласаҡбыҙ.

“Электр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Леонид Макаревич төбәк башлығын предприятиеның бөтә цехтары буйлап йөрөттө. Ул холдингка биш завод инеүе хаҡында һөйләне. Шуларҙың икеһе – Өфөлә. Төҙөлөш 2006 йылда башлана, 2009 йыл аҙағына сәнәғәт объектын файҙаланыуға индереү рөхсәт ителә. Быйыл февралдә заводта тәүге етештереү линияһы эшкә ҡушыла.

Киләһе йыл завод тулы етештереү ҡеүәтенә сығырға тейеш. Ул йылына 27 миллион киловольт-амперҙан ашыу тәшкил итә.

Заманса энергетика ҡорамалдары сығарыу буйынса инновацион производствоның эше Рәсәй Хөкүмәтенең модернизация һәм импортты алмаштырыу программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Бөгөн был продукция Рәсәй һәм сит ил аналогтары менән конкурентлыҡҡа һәләтле. Бындағы технологик етештереүгә индерелгән инновациялар электр-техник тармаҡта донъя стандарттарына ярашлы трансформаторҙар сығарыуҙы тәьмин итә.

Заводтың урыны ла мөһим әһәмиәткә эйә. Ул Рәсәйҙең үҙәгендә урынлашҡан. Был завод продукцияһын заказсыларына йылдам һәм ышаныслы еткереү мөмкинлеген бирә.

Рөстәм Хәмитов, Башҡортостанда ошондай заводтар барлыҡҡа килеү – әһәмиәтле ваҡиға, тип билдәләне.

— Был – тармаҡтағы заманса предприятие, – тине Президент. – Минеңсә, Рәсәй баҙарында бында етештерелгән продукцияға ихтыяж булыр.

Электр энергетикаһында оҙаҡ йылдар эшләүсе кеше булараҡ, төбәк башлығы, күптән түгел генә тармаҡта сит ил фирмалары йүнәлеш бирә ине, тип билдәләне.

— Әммә һеҙ был етештереүселәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарып,  һис шикһеҙ, трансформатор ҡорамалдары буйынса баҙарҙағы урындың ҙур өлөшөн яуларға тейешһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Предприятиела Президент хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары һәм хеҙмәткә түләү менән ҡыҙыҡһынды. Леонид Макаревич, түләү Өфө буйынса уртаса эш хаҡына тап килә һәм 21,5 мең һум тәшкил итә, тине.

— Бындай һан насар түгел, республика буйынса уртаса кимәлгә ҡарағанда юғарыраҡ, – тине төбәк башлығы. – Республика баҙарында күптән һәм уңышлы эшләгән предприятиелар менән сағыштырғанда ла юғарыраҡ.

Рөстәм Хәмитов, киләсәктә холдинг торлаҡ менән бәйле социаль мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тейеш, тип билдәләне.

— Был – беҙҙең ҙур дөйөм бурыс, – тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Зәки улына эшкә ҡушылған ҡорамалдар комплексы күрһәтелде. Киләһе йыл холдинг коммутация ҡорамалдары заводын сафҡа индереүҙе планлаштыра. Был предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны 2 меңдән ашасаҡ. Бер йыл эшләү дәүерендә Өфө трансформатор заводы республикала иң эре һалым түләүселәрҙең береһенә әүерелде. Компанияның төбәк бюджетына һәм социаль фондтарға бүлемдәре 750 миллион һум самаһы тәшкил итә. “Электр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфөлә яңы производство төҙөүгә инвестициялары 5 миллиард һумдан ашты, шуларҙың 340 миллион һумдан ашыуы социаль инфраструктура булдырыуға һалынды.