5 декабрь, Дүшәмбе

03 декабрь 2010 йыл, 16:59

Өфөлә ҡышҡы йәрминкәләр миҙгеле асыла

автор: Любовь Колоколова

Алдағы ял көндәрендә Өфөлә ҡышҡы ауыл хужалығы йәрминкәләре асыла. Шәмбе һәм йәкшәмбе, 4 һәм 5 декабрҙә, йәрминкәләр Өфөнөң алты районы майҙанында үтәсәк.  

Дим районында ауыл хужалығы йәрминкәһен үткәреү урыны тип Хәҡиҡәт урамындағы 20-се йорт алдындағы майҙан билдәләнгән.  

Калинин районында йәрминкәләр өсөн бүленгән майҙандар бер нисәү: «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» сауҙа комплексы янындағы майҙан (Интернациональ урамы, 139), Баландин бульварындағы 15-се магазин алдындағы майҙан (Инорс), «Беренсе ауыл хужалығы йәрминкәһе» —«Юлдаш» экологик агромаркеты (Өфө – Шакша юлының өсөнсө километры), «Шакша» сауҙа комплексы эргәһендәге майҙан (Гвардия урамы – Йәшел урам), «Шарк-Сити» сауҙа комплексы эргәһендәге майҙан (Глинка урамы, 9).

Киров районында ауыл хужалығы йәрминкәләре элекке «Аврора» кинотеатры бинаһы алдындағы майҙанда (Эшсе хәбәрселәр урамы, 7), Ленин районында –Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда (Киров урамы, 1), «Йылға аръяғы» баҙарында (Әхмәтов урамы, 324/1, Затон), Октябрь районында — СССР-ҙың 50 йыллығы урамында (Р. Зоргенан Октябрь проспектына тиклем), «Карауан» сауҙа комплексының «Зинино» майҙанында (Нуғай ҡасабаһына барған юлда), Совет районында йәрминкә Йәштәр мәҙәниәт һарайы алдында эшләйәсәк (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21). Был турала Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итә.