4 декабрь, Йәкшәмбе

03 декабрь 2010 йыл, 16:47

Үҙәк һайлау комиссияһы 2011 йылдың 13 мартында һайлау үткәрергә ҡарар итте

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ике һайлау округы буйынса  Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.  

Республика парламенты депутаттарының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу менән бәйле 2011 йылдың 13 мартында 28-се Отрадово бер мандатлы һайлау округында (Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы территорияһында) һәм 45-се Иглин бер мандатлы һайлау округында (Иглин, Нуриман һәм Ҡариҙел райондары территорияһында) һайлауҙар үтәсәк. Бынан тыш, 13 мартта Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы депутаттарын һайлау буйынса 775 һайлау кампанияһы үтәсәк. Был һайлауҙарҙа 7349  депутат мандаты алмаштырыласаҡ.

темалар: һайлауҙар