5 декабрь, Дүшәмбе

03 декабрь 2010 йыл, 16:39

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда көндәрҙең йылыныуы көтөлә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Шәмбе, 4 декабрҙә, Башҡортостан территорияһына йылы фронт үтеп инәсәк. Ошоноң арҡаһында һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә. Был турала «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте.

— Шәмбе көндөҙ республика буйынса 9-14 градус һалҡын буласаҡ, — тине ул. – Йәкшәмбегә ҡарай төндә көслө ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарға көрт һалыуы ихтимал, иртәнге сәғәттәрҙә хәрәкәт ауырлашасаҡ. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ буласаҡ.  

Йәкшәмбе, 5 декабрҙә, һауа температураһы бер-алты градус нулдән түбән буласаҡ.

темалар: һауа торошо