9 декабрь, Йома

03 декабрь 2010 йыл, 16:26

Торлаҡ төҙөлөшө фонды тарафынан 37 меңдән ашыу фатир тапшырылған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

2007 йылдан Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фонды тарафынан быйыл 1 октябргә тиклем торлаҡ төҙөлөшөнә 24,7 миллиард һум инвестицияланған. Шулай уҡ был осорҙа 18,86 миллиард һумдан ашыулыҡ төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарылған, 2,6 миллион квадрат метрҙан ашыу дөйөм майҙан менән торлаҡ, йәғни 37633 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Фонд төҙөгән торлаҡ йорттарҙың күбеһе күп фатирлы.

Республика халҡына түләүле нигеҙҙә һәм оҙайлы осорға бүлеп түләү менән 26856 фатир һатылған, ҡалғандары — юридик шәхестәр менән килешеү буйынса. Бында 15 миллард һумдан ашыу халыҡтың средстволары йәлеп ителгән, был Фонд инвестициялары дөйөм күләменең 62,4 проценты. Республика бюджетынан финанслау был йылдарҙа 7,795 миллиард һум, йәғни ведомство инвестицияларының дөйөм күләменең 31,5 процентын тәшкил иткән. Фонд ярҙамында уҙған йылдарҙа баҙар иҡтисады шарттарында торлаҡ һатып алғанда матди тәьмин ителеше төрлө кимәлдәге халыҡҡа социаль ярҙам механизмы эшләнде.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ