Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Уртаса магистраль Sukhoi Superjet (SSJ-100) «Өфө» аэропортында тәүге тапҡыр

Иҡтисад

«Өфө» Халыҡ-ара аэропортында бөгөн Раменское – Өфө маршруты буйынса техник рейс башҡарған «Сухой Суперджет-100" (Superjet-100 или SSJ-100) яңы ватан самолёты тәүге тапҡыр ултырҙы. Тәүге рейс өсөн Өфө аэропорты осраҡлы ғына һайланмаған: һуңғы йылдарҙа беҙҙең авиапредприятие заманса навигация ҡорамалдары менән  йыһазландырылды. Төбәктә метеошарттар ҙа уңайлы.

Яңы ике моторлы турбореактив самолёт алдынғы конструктор ҡарарҙары һәм заманса ныҡлы материалдар ҡулланып ҡороу иҫәбенә яҡынса 70 000 осоу сәғәте (донъя буйынса уртаса күрһәткес 30 000 осоу сәғәте) ресурсына эйә. Sukhoi Superjet 100/75 — 2900-4550 километрға 78 пассажир ташыуға иҫәпләнгән вариант; Sukhoi Superjet 100/95 2950-4420 километрға 98 пассажир ташыуға иҫәпләнгән. Һуңғы биш-алты йылда элекке СССР илдәрендә лә, шулай уҡ бөтә донъяла ла баҙарҙың тап ошо секторы үҫешә. Яңы самолёттар файҙаланыуҙан сығарыла барған, физик яҡтан иҫкергән Ан-24, Ту-134 һәм Ту-154 лайнерҙарын алмаштырыуы ихтимал.  

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты” акционерҙар йәмғиәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә етештерелгән яңы самолёттың ултырыуы кеүек мөһим ваҡиға Башҡортостан авиапредприятиеһы техник хеҙмәттәренең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы: лайнер борты эргәһендә осоп килгән техниктар менән уның мөмкинлектәрен тикшереү бик ҡыҙыу барҙы.

Ҡәҙимге пассажирҙар өсөн дә яңы самолёт ҡыҙыҡлы буласаҡ. Уның салонында тәү ҡарашҡа ташланған яңылыҡтар байтаҡ: креслолар, багаж бүлеге, кухня уңайлы урынлаштырылған. Экипаж кабинаһында штурвал кабинаның уң һәм һул яғынан ике идара итеү пультына алмаштырылған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть