10 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2010 йыл, 14:10

Башҡортостанда торлаҡ арзаныраҡ булырға тейеш

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Президиумының республикала бөтә категория граждандар ала алырлыҡ эконом-класлы торлаҡты күпләп төҙөүҙе йәйелдереү буйынса кисектергеһеҙ өҫтәмә саралар күреү мәсьәләһе буйынса ултырыш үткәрелде. Ултырышты республикы Президенты Рөстәм Хәмитов үткәрҙе.

Уның әйтеүенсә, БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды социаль торлаҡҡа курс алырға тейеш.

— Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙың берҙәм исемлеген булдырырға кәрәк, — тине ул. – Бөгөн Башҡортостанда был мәсьәләлә билдәле бер тәртип юҡ. Бер үк ғаилә торлаҡ алыуға бер үк ваҡытта бер нисә исемлектә тороуы ихтимал.

Башҡортостан башлығы шулай уҡ, БР Торлаҡ төҙөлөшө фондына төҙөлөш процесын ойоштороуҙы юлға һалырға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ведомство торлаҡ биреүҙең берҙәм операторы булып торорға тейеш. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов, төҙөлөшкә ер участкалары резервын булдырырға кәрәк һәм Фонд улар менән тәьмин ителергә тейеш, тип билдәләне.

Торлаҡты тиҙ генә түгел, арзан да төҙөргә кәрәк. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн торлаҡ төҙөлөшөнә яраҡлы ер участкалары мәғлүмәттәре базаһын булдырыу зарур. Республикала тораҡ пункттары ерҙәренә һәм һөҙөмтәле файҙаланылмаған ауыл хужалығы һәм башҡа тәғәйенләнештәге ерҙәргә инвентаризация үткәрергә, кәмендә яҡындағы биш-ун йылға перспектива менән комплекслы торлаҡ төҙөлөшө алып барыу өсөн яраҡлы ер учаскаларын билдәләргә, шулай уҡ күрһәтелгән ерҙәрҙән махсус ер фонды булдырырға тәҡдим ителә.  

Башҡортостанда 2011 йылда – 2096 мең квадрат метр, 2015 йылда 3036 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелергә тейеш. Ә 2020 йылда — 5200 мең квадрат метрға тиклем.