Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика ҡатын-ҡыҙҙары ғаилә балалар баҡсалары төҙөргә тәҡдим итә

Йәмғиәт

БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Пенза өлкәһендәге кеүек ғаилә балалар баҡсалары системаһын үҫтерергә тәҡдим итте.  

— Был төбәктә балаларына балалар баҡсаһында урын етмәгән ата-әсәләргә өс мең һум самаһы күләмендә компенсация түләнә, — ти БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова. — Был средстволар ғаилә балалар баҡсалары ойошторорға ярҙам итә. Республикабыҙға ла был өлгөгә эйәрергә ине. Бөгөн беҙҙә балалар баҡсаһына сиратта 50 меңгә яҡын ғаилә тора. Тап мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урын етешмәүе йыш ҡына ата-әсәләрҙе бала табыуҙан баш тартырға йәки ғаиләлә бер бала менән сикләнергә мәжбүр итә.  

Рәшиҙә Солтанованың һүҙҙәренә ҡарағанда, Пенза өлкәһендә төбәктә демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өлгө итеп алырлыҡ башҡа ыңғай миҫалдар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, ғаиләлә өсөнсө бала тыуғанда – 100 мең һум һәм дүртенсе бала тыуған 200 мең һум күләмендә пособие түләнә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть