3 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2010 йыл, 10:55

Рөстәм Хәмитов Вячеслав Глазычевтың яңы быуын идарасыларын әҙерләү тәҡдимен хупланы

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Төбәктәр үҫеше буйынса комиссия рәйесе Вячеслав Глазычев Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу ваҡытында республиканан бер нисә кешене Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһының территориаль үҫеш менән идара итеү кафедраһы магистратураһына уҡытырға ебәрергә тәҡдим итте. Етәксеһе Вячеслав Глазычев булған был программа төрлө масштабтағы биләмәләрҙә – төбәктән алып ҡала биҫтәһенә тиклем – социаль-иҡтисади үҫештең комплекслы тәбиғәтен аңлаған, иң юғары кимәлдәге идара итеүсе кадрҙарҙың яңы быуынын әҙерләүгә йүнәлтелгән. Проектлаусылар алдына бурысты дөрөҫ ҡуя һәм уларҙың тәҡдимен баһалай белгән бындай белгестәргә талап бөгөн илдең бөтә субъекттарында ла ярайһы уҡ юғары. Хәҙерге ваҡытта был йүнәлеш буйынса Пермь крайының һәм Ырымбур өлкәһенең ҡайһы бер министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре уҡый ҙа инде.  

Башҡортостан башлығы был тәҡдимде лайыҡлы баһаланы һәм, ихтимал, киләһе йылда уҡ республикабыҙҙан бер нисә кешене бындай уҡыуға ебәрерҙәр.  

Осрашыу барышында Вячеслав Глазычев менән Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Өфөнө территориаль үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек перспективаларын да тикшерҙе. Атап әйткәндә, Вячеслав Глазычев 2011 йылдың беренсе ярты йыллығында республика баш ҡалаһын үҫтереү буйынса төп халыҡ-ара эксперттарҙы йәлеп итеп семинар үткәрергә тәҡдим итте.

— Был семинар нигеҙендә ҡаланың, хәйер, ҡаланың ғына түгел, бөтә Өфө районының яҡындағы йылдарға үҫеш стратегияһын әҙерләргә мөмкин, — тип иҫәпләй Глазычев.