Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика Хәрби Дан музейында «Афған һуғышы шаңдауы» экспозицияһы әҙерләнә

Йәмғиәт

Республика Хәрби Дан музейында Афғанстан Республикаһында хеҙмәт иткән һалдаттарға арналған «Афған һуғышы» экспозицияһы әҙерләнә.

Ун йыл дауам иткән һуғышта Советтар Союзы 14 мең һалдат һәм офицерын юғалтты, Афғанстанға Башҡортостандан 9,5 мең самаһы хәрби хеҙмәткәр йүнәлтелгән, шуларҙың 334 кеше һәләк булған, алтыһы хәбәрһеҙ юғалған. Экспозиция булдырыу идеяһы «Ғаилә» сауҙа үҙәгендә өс быуын һалдаттарыбыҙ  – Бөйөк Ватан һуғышында, Афған һәм Чечен һуғыштарында ҡатнашыусылар күрһәтелгән фотокүргәҙмә асылғанда тыуа. Был проект Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы бүлексәһе ҡатнашлығында Республика Хәрби Дан музейы менән бойомға ашырыла.

Экспозицияла документаль һәм фотоматериалдарҙы, диорама, Афғанстан һуғышы ветерандарының шәхси әйберҙәрен һәм атыу ҡоралдарын күрһәтеү планлаштырыла. Материалдар туплағанда ветерандарҙың үҙҙәренең дә ҡатнашыуы талап ителә. Музей коллективы үҙенең фондына Афған һуғышы менән бәйле предметтарҙы, Афғанстан Демократик Республикаһының наградаларын, айырыу билдәләрен, орден-миҙалдар, фотографиялар, гәзиттәрҙән ҡырҡып алынған статьялар, Афғанстан сувенирҙарын, документтар, китаптарҙы, ғөмүмән, шундағы ваҡиғалар менән бәйле бөтә әйберҙәрҙе ҙур шатлыҡ менән ҡабул итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть