6 декабрь, Шишәмбе

03 декабрь 2010 йыл, 10:04

Әминә Шафиҡова Өфө сәнғәт академияһы ректоры итеп һайланды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы (ӨДСА) ректоры итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, профессор Әминә Шафиҡова һайланды. Йәшерен тауыш биреү барышында элек Академия ректоры вазифаһын башҡарыусы кандидатураһы өсөн 86 тауыш бирелде. Уның оппоненттары — ӨДСА-ның махсус фортепиано кафедраһы мөдире Рөстәм Шәйхетдинов 29 тауыш йыйҙы, Өфө китапхана эше һәм киң коммуникациялар колледжы директоры Әмир Зәйнәғов – 1 тауыш.

Кесе йома, 2 декабрҙә, ӨДСА-ла вуз етәксеһен һайлау буйынса дөйөм йыйылыш (конференция) үтте. Унда Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы Фән һәм мәғариф департаментының художестволы белем биреү бүлеге начальнигы Святослав Голубенко, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнашты. Шулай уҡ Академияның профессор-уҡытыусылар составы, башҡа категория хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар вәкилдәре лә ҡатнашты.

Тауыштарҙы иҫәпләү тамамланғандан һуң һайланған ректор вуз коллективына ышаныс күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Биографик белешмә. Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова 1974 йылдың 24 мартында Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында тыуған. 1992 йылда ул Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы Урта махсус музыка мәктәбен, ә 1997 йылда институттың үҙен ҡыҙыл дипломға тамамлай. 1999 йылда Ҡазан дәүләт консерваторияһында стажировка үтә.  

1997 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Әминә Ивний ҡыҙы  ӨДСА-ла уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, доцент, махсус фортепиано кафедраһы профессоры булып эшләй.

2004 йылдан 2008 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, милли һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенең төп белгесе, баш консультанты, 2008-2010 йылдарҙа Өфө сәнғәт академияһының өҫтәмә һәм вуздан һуң белем биреү буйынса проректоры була.

Бынан тыш, Әминә Шафиҡова – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002), Ш.Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2006), Н.Сабитов исемендәге I Республика конкурсы (1995), «Музыкаль де Франсе» Халыҡ-ара пианиносылар конкурсы (Франция, 1996), «Өмөттәр, таланттар, оҫталар» Халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Болгария, 2003), «Пианелло валь Тидоне» Халыҡ-ара пианиносылар конкурсы дипломанты (Италия, 2004).