7 декабрь, Шаршамбы

03 декабрь 2010 йыл, 9:04

Вячеслав Глазычев Башҡортостанға алдынғы туроператорҙарҙы йәлеп итергә тәҡдим итте

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Төбәк үҫеше буйынса комиссия рәйесе Вячеслав Глазычев Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә алдынғы туроператорҙарҙы йәлеп итергә тәҡдим итте.

— Республиканың был йүнәлештә эшләү өсөн перспективалы пландары бар, — тине ул кесаҙна көндө республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙан һуң. – Әммә был программа уңышлы эшләһен өсөн, уны тормошҡа ашырыу стратегияһын киренән ҡарарға кәрәк. Үкенескә күрә, ошоға тиклем Башҡортостан күрше төбәктәрҙә һәм дөйөм алғанда бөтә илдә барғандарға бик иғтибар бирмәйенсә, айырым утрау кеүек йәшәне. Бындай сәйәсәт ҙур һөҙөмтә бирмәне. Шул уҡ туризмды үҫтереү өсөн, мәҫәлән, “күршеләрҙәге” хәлдәр торошон иҫәпкә алырға, илдәге төп операторҙарҙы йәлеп итергә кәрәк бит. Кире осраҡта туристик комплекстар төҙөлөшөнә ҙур средстволар һалып та, туроператорҙар клиенттар алып килмәһә, бар сығымдар ҙа бушҡа буласаҡ.

темалар: туризм