Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Социаль туризмды үҫтереү проекты эшләнә

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһында 2011 йылға социаль туризмды үҫтереү республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында сираттағы ултырышта тикшерелде.

Тиҙҙән Башҡортостанда йәшәүсе өлкән йәштәгеләрҙең республика, ил, хатта сит илдәр буйлап туристик сәфәргә сығыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Бындай сәйәхәт хаҡының бер өлөшө дәүләт тарафынан республика бюджетынан компенсацияланасаҡ, тип хәбәр итә Комитеттың матбуғат хеҙмәте.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Айҙар Хәлилов билдәләүенсә, туроператорҙарға эске туризм өлкәһендә эшләү өсөн яҡшы стимул барлыҡҡа киләсәк. Республика буйынса маршруттар ҡыҙыҡлы һәм сифатлы булырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть