8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2010 йыл, 17:07

Эш хаҡы буйынса бурыс арта

автор: Ғәлиә Нәбиева

Августан республикала хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү буйынса бурыстың арта барыуы күҙәтелә. БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 21 ноябргә 35 эш биреүсенең хеҙмәт хаҡы түләү буйынса 111,3 миллион һум бурысы бар.  

Инспекторҙар күрһәткестәрҙең артыу сәбәптәренә анализ яһаны. Ауыл хужалығында бурысты ҡоролоҡ арҡаһында зыян менән бәйләйҙәр.

Республика етәкселеге ҡушыуы буйынса прокуратура органдары, хеҙмәт инспекцияһы, тармаҡ министрлыҡтары эш хаҡы буйынса статистиканан йәшерен бурыстарҙы асыҡлау буйынса эште әүҙемләштерҙе.

Мәҫәлән, ноябрҙең 2 аҙнаһында ғына дәүләт хеҙмәт инспекторҙары комплекслы тикшереүҙәр барышында Миәкә районының "Өршәк" (57 хеҙмәткәргә 420 мең һум суммаһында), "Мәнәүез" (28 хеҙмәткәргә 205 мең һум) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә һәм Яңауыл районының "Ғаяна" ауыл хужалығы производство кооперативында (56 хеҙмәткәргә 320 мең һум) бурыстар булыуын асыҡланы. "Өршәк" һәм "Ғаяна" етәкселәренә штраф һалынды. Был эш биреүселәрҙең эш хаҡы буйынса бурыстары тураһында мәғлүмәттәр статистикала юҡ.