10 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2010 йыл, 16:38

Башҡортостанда эшләүсе әсәләргә социаль түләүҙәр 2,7 миллиард һумдан ашып китте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе быйыл туғыҙ айҙа эшләүсе әсәләргә пособиелар түләүгә 2766,1 миллион һум аҡса йүнәлтте. Был былтырғы ошо уҡ осорҙағынан 13,7 процентҡа күберәк.

Республиканың эшләүсе (страховкаланған) ҡатын-ҡыҙҙарына йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар түләүгә 1 миллиард 65,1 миллион һум аҡса бүленде. Был 2009 йылдың ошо уҡ осорондағынан 12,2 процентҡа күберәк һәм Башҡортостанда әсәләр йылдан-йыл арта барыуы хаҡында һөйләй.  

Йөклөлөктөң иртә срогында медицина учреждениеһында иҫәпкә торған ҡатындарға 7,6 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнде. Бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособиелар түләүгә 308 миллион һум бүленде. Йәш ярымға еткәнгә тиклем баланы ҡарау буйынса пособиелар 1 миллиард 385,4 миллион һум тәшкил итте.

Төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, был маҡсаттарға средстволар ваҡытында һәм тулы күләмдә күсерелә. Йыл аҙағына тиклем ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек осрағына мотлаҡ социаль страховкалау средстволары иҫәбенә эшләүсе әсәләргә ярҙамға 980 миллион һум тотоноласаҡ.