11 декабрь, Йәкшәмбе

02 декабрь 2010 йыл, 16:03

Вячеслав Глазычев БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Өфөлә, Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында, РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Төбәктәр үҫеше буйынса комиссия рәйесе Вячеслав Глазычев Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре һәм йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа РФ Йәмәғәт палатаһының Башҡортостандағы коллегалары менән хеҙмәттәшлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тикшерелде.  

Вячеслав Глазычев ил Йәмәғәт палатаһының ҡайһы бер төп позициялар буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был йәмәғәт структураһының төп ҡаҙаныштары иҫәбендә ул хәҙерге саҡырылыш Дәүләт Думаһы (элеккеләренән айырмалы) менән үҙ-ара әүҙем хеҙмәттәшлекте һәм башҡарма власть менән хеҙмәттәшлектең үҫә барыуын атаны. Быға министрлыҡтар һәм ведомстволар ҡарамағында ойошторолған Йәмәғәт советтары булышлыҡ итә (Вячеслав Глазычев Төбәктәр үҫеше министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы составына инә).

Осрашыуҙа ювеналь юстицияны индереү, агломерациялар ойоштороуҙың маҡсатҡа ярашлылығы, Йәмәғәт палатаһы менән Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының үҙ-ара килешеп эш итеү проблемалары, “Мәғариф тураһында” яңы Федераль законды тикшереү принциптары һәм ҡабул итеү перспективалары, ил үҫешенең тәғәйен бурыстарын хәл итеүҙә коммерция булмаған ойошмаларҙың роле һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.