Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Новосибирск һаулыҡ һаҡлауҙы электрон теркәү системаһына күсерә

Йәмғиәт

Себер баш ҡалаһы һаулыҡ һаҡлауҙы электрон теркәү системаһына күсереүҙә Башҡортостан тәжрибәһен үҙләштерә.

Билдәле булыуынса, Өфөлә был система күптән инде ҡулланыла, һәм ул үҙен тулыһынса аҡланы. Беҙгә Рәсәйҙең күп төбәктәренән вәкилдәр, шул иҫәптән себерҙәр ҙә, электрон теркәү механизмын өйрәнергә килеп китте.

Шуға күрә Новосибирскиҙа һуңғы дауалау-профилактика учреждениеларын «Ҡала электрон регистратураһы» берҙәм автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына тоташтырыу тамамланыуы һис тә ғәжәп түгел. План буйынса, 2010 йыл аҙағына тиклем ҡаланың бөтә ун районында йәшәүселәр ҙә поликлиникалар белгестәренә ҡабул итеүгә берҙәм күп каналлы номер ярҙамында яҙыла аласаҡ. Бынан тыш, күптән түгел генә пациенттар белгестәргә үҙ аллы яҙыла алһын өсөн интернетта web-сайт эшләй башланы. Әлегә был рәүешле бер нисә белгескә генә: участка терапевтына, участка педиатрына, участка акушер-гинекологына, офтальмологка, хирургка сират алырға мөмкин, ләкин яҡын киләсәктә был исемлек киңәйтеләсәк.

Новосибирск мэрияһының баш һаулыҡ һаҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, «Ҡала электрон регистратураһы» системаһында бөтә шылтыратыуҙар ҡала халҡы өсөн бушлай буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть