8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2010 йыл, 14:03

Ғәсҡәров ансамбле Башҡортостан һәм күрше төбәктәр буйлап гастролдәрен дауам итә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле республика һәм күрше өлкәләр ҡалары һәм райондары буйлап гастролдәрен дауам итә. Шулай итеп, кесаҙна, 2 декабрҙә, коллектив Яңауыл ҡалаһына юлланды. Бөгөн үк урындағы Мәҙәниәт һарайында «ғәсҡәровсылар» «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы менән сығыш яһаясаҡ.

«Башинформ» агентлығына ансамблдән хәбәр итеүҙәренсә, ошо уҡ программа менән йома көндө, 3 декабрҙә, артистар – Ҡалтасы ауылында, 4 декабрҙә –Нефтекама ҡалаһында, 5 декабрҙә Татарстан Республикаһының Аҡтаныш ауылында сығыш яһаясаҡ.