9 декабрь, Йома

02 декабрь 2010 йыл, 13:44

Биш йылда 12,8 миллион квадрат метр торлаҡ индерергә планлаштырыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Быйыл 11 айҙа Башҡортостанда 1,7 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, был быйылғы планға ҡарата 92,7 процент тәшкил итә. Был турала БР Хөкүмәтендә төбәгебеҙҙең төҙөлөш комплексын үҫтереү перспективааларына һәм төп йүнәлештәренә арналған кәңәшмәлә БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов хәбәр итте.  

2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 17,8 миллиард һумлыҡ 402 бюджет объекты тамамланмаған хәлдә. Улар иҫәбендә — 1,7 миллиард һумға тимер юл вокзалы, 1,7 миллиард һумға автомобиль юлы тоннеле һәм башҡалар.

— Хәҙерге ваҡытта республикала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булыусылар иҫәбендә 57 мең ғаилә тора, — тип билдәләне ведомство башлығы. — Граждандарҙың торлаҡҡа талабын ҡәнәғәтләндереү өсөн 80 миллиард һум самаһы аҡса кәрәк. Килеп тыуған хәлдең төп сәбәптәре 2008-2009 йылдарҙа төҙөлөштә инвестиция әүҙемлегенең кәмеүенә, төҙөлөш өсөн ер участкалары алыу ҡатмарлылығына һәм башҡаларға ҡайтып ҡала.

Ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн БР Дәүләт төҙөлөш комитеты төҙөлөш комплексын үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен билдәләне.  

— Торлаҡ төҙөлөшөнә килгәндә, бында Торлаҡ төҙөлөшө фонды менән берлектә «2011-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында торлаҡ төҙөлөшөн стимуллаштырыу» республика Программаһы эшләнде, ул 2010 йылдың 6 декабрендә Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығына яҡлауға тәҡдим ителәсәк, — тине Хәлит Мәхмүдов. — Биш йыл буйына Программаны тормошҡа ашырыу осоронда 12,8 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерергә планлаштырыла, был бер кешегә 24,4 кв. метр торлаҡ менән тәьмин итеү күрһәткесенә өлгәшергә ярҙам итәсәк.