5 декабрь, Дүшәмбе

02 декабрь 2010 йыл, 12:29

Ер мәсьәләһе буйынса Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция эшләй башланы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ҙур залында, «Ер-милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү һәм камиллаштырыуҙың төбәк проблемалары» Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы эшләй башланы. Унда Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Кубрин, Премьер-министр урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов, БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы, Росреестр, шулай уҡ республиканың һәм башҡа төбәктәрҙең дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

Алексей Кубрин конференцияла ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота исеменән тәбрикләне.

— Ер мәсьәләһе илдең иҡтисади үҫеше өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора, — тине ул. – Бөтә донъяла ер-милек мөнәсәбәттәрен һөҙөмтәле юлға һалыу өҫтәмә финанс мөмкинлектәре йәлеп итеү өсөн нигеҙ булып тора. Рәсәйҙә был мәсьәләгә тейешле иғтибар бирелмәй. Әлеге ваҡытта беҙ яңы менталитетты ойоштороу стадияһындабыҙ. Волга буйы федераль округында ер участкаларының 20 процентының ғына билдәле бер сиге һәм беркетелгән милек мөнәсәбәттәре бар. Ҡалғандары – хужаһыҙ. Дәүләттең һәм физик шәхестәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген ойоштороуға өлгәшергә кәрәк. Конференцияла  федераль кимәлдә норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләү өсөн нигеҙ итеп алырлыҡ ер һәм милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү буйынса перспективалы тәҡдимдәр индерелер, тип ышанам.  

Илшат Тажетдинов БР Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән тәбрикләү һүҙен уҡып ишеттерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, республиканың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген яҡшыртыу өсөн ер һәм милек мөнәсәбәттәрен юлға һалырға кәрәк.  

— Беҙ конференцияла һөҙөмтәле эшләргә һәм күп яңы тәҡдимдәр ишетергә тейешбеҙ, — тип билдәләне Илшат Тажетдинов.

Пленар өлөш тамамланғас, секциялар эше башланасаҡ.