7 декабрь, Шаршамбы

02 декабрь 2010 йыл, 11:33

Интернеттағы яңы бизнес-портал дәүләт заказы һәм тендер табырға ярҙам итә

автор: Светлана Ғәфүрова

Интернеттағы яңы Бико Тендер. ру (www.bicotender.ru) бизнес-порталы теләһә ниндәй дәүләт заказын, конкурс менән һатыуҙарҙы, тендерҙар, дәүләт контракттарын һәм һатып алыуҙарҙы тиҙ арала табырға мөмкинлек бирә. Порталда билдәле бер тендерҙы йәки муниципаль аукционды табырға, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә ниндәй Рәсәй тендерҙары үткәрелеүе хаҡында белешергә һәм улар буйынса тәҡдимдәр менән танышырға мөмкин. Мәғлүмәт ентекле структуралаштырылған һәм танышыу өсөн уңайлы итеп бирелгән.

Бизнес-портал намыҫлы һәм ышаныслы партнерҙарҙан дәүләт заказы алырға, теләһә ҡайһы Рәсәй төбәге менән эшлекле контакттар булдырырға ярҙам итә. Бында шәхси йәки дәүләт тендерын табырға, үҙегеҙ өсөн отошло заказ яһап, уны үткәреүҙә ҡатнашырға мөмкин.

Бизнес-портал аша электрон аукциондар системаһынан файҙаланырға һәм ҡыҙыҡһынған яҡтарға хеҙмәттәрегеҙҙе тәҡдим итергә, шулай уҡ тендер үткәреү тураһында мәғлүмәт бирергә һәм потенциаль партнерҙар өсөн файҙалы тәҡдимдәр эшләргә мөмкин.