Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Төп Яңы йыл иртәлеге – Президент шыршыһы 22 декабрҙә үтәсәк

Йәмғиәт

Иң сихри һәм сағыу Яңы йыл тамашаһы – Президент шыршыһы быйыл 22 декабрҙә Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Был турала Указға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы өс йылда байрам сараһы Конгресс-холл бинаһында үткәрелде. Майҙанды адмаштырыуҙы ойоштороусылар — БР Мәҙәниәт министрлығы — ябай аңлата: Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында тамаша залы күпкә ҙурыраҡ. Әгәр былтыр республиканың төп шыршы байрамына 680 бала саҡырылһа, быйыл улар 780 буласаҡ. Улар араһында элеккесә иң яҡшылар — уҡыу отличниктары, спортсылар, музыканттар, шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәр һәм БР эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренән балалар.  

Традицион рәүештә Президент шыршыһы – ул әкиәт сюжеты менән тулы бер спектакль. Быйыл да был изгелек һәм яуызлыҡ, дуҫтарҙың бер-береһенә ярҙам итеүе, дуҫлыҡ һәм бала саҡтан тәрбиәләнгән мәңгелек кешелек ҡиммәттәре тураһында матур, фәһемле әкиәт буласаҡ.  

БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, балалар спектакленең ҡуйыусы режиссерҙары— Илшат Фәхретдинов менән Илмар Әлмөхәмәтов. Сценарий авторы –Дәүләт академия рус драма театры хеҙмәткәре Владимир Аношкин.

Бәләкәй тамашасыларҙы көтөлмәгән мажараларға һәм күңелле ваҡиғаларға бай «Бесәй йорт ҡуянына ҡаршы, йәки Яңы йылды ҡотҡарығыҙ» тип аталған фантастик тамаша көтә.

Шоуға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары йәлеп ителгән. Һәр тамашасыға Башҡортостан Президентынан бүләк тапшырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть