9 декабрь, Йома

02 декабрь 2010 йыл, 9:10

Виктор Антипин вафат булды

автор: "Башинформ"

30 ноябрҙә дәүләт именлеге хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Именлек Советының элекке секретары Антипин Виктор Николаевич 82-се йәшендә ҡапыл вафат булды.

Виктор Антипин 1929 йылдың 31 авгусында БАССР-ҙың Белорет ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда Өфө ҡалаһында 26-сы моторҙар эшләү заводында слесарь булып башлай. 1953 йылда Ленинград электротехник элемтә институтын тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1954 йылда Өфө элемтә аппаратураһы заводына эшкә инә. Унда мастерҙан алып цех начальнигына тиклем үҫә. СССР Дәүләт именлеге комитетының юғары курстарын тамамлағандан һуң 1958 йылдан 1991 йылға тиклем БАССР Дәүләт именлеге комитетының оперуполномоченныйынан алып рәйес урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үтә. Һуңынан 1991 – 1994 йылдарҙа Өфөнөң «Гидравлика» агрегат берекмәһендә именлек хеҙмәте начальнигы булып эшләй. 1994 – 1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Именлек Советы секретары була.  

Виктор Николаевич үҙ эшенә һәр ваҡыт юғары яуаплылыҡ менән ҡараны, үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте. Хеҙмәттәштәре уны тырышлығы, компетентлығы һәм профессионализмы өсөн хөрмәт итте. Именлек Советы секретары вазифаһында ул хоҡуҡ һаҡлау структуралары эшмәкәрлеген камиллаштырыуға һәм көйләүгә, республикала йәмәғәт именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индерҙе. Һуңғы йылдарҙа ул Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының ветерандар советы рәйесе урынбаҫары булды.

Виктор Антипиндың уңышлы эшмәкәрлеге лайыҡлы танылыу тапты. Ул ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары, БАССР Юғары Советы Президиумының ике Почет грамотаһы, «Дәүләт именлеге хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнгән.

Талантлы етәксе, патриот, баҫалҡы һәм һоҡланғыс кеше Антипин Виктор Николаевич хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Некрологка Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов, Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов һәм башҡалар ҡул ҡуйған.

темалар: хәтер