4 декабрь, Йәкшәмбе

02 декабрь 2010 йыл, 9:59

Башҡортостан халҡы «Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында» закон проекты буйынса интернетта фекер алыша ала

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың һәр кешеһе «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» закон проектына тәнҡитле иҫкәрмә йәки комментарий ҡалдыра ала. Уның тексы РФ Президенты ҡушыуы буйынса шаршамбы, 1 декабрҙә, zakonoproekt2010.ru сайтында урынлаштырылды. Закон проектын тикшереү 2011 йылдың 1 февраленә тиклем дауам итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге тапҡыр яңы әҙерләнгән документ ағымдағы йылдың майында Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында баҫылып сыҡҡайны. Ярты йыл дауамында Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында, Йәмәғәт Палатаһында, Федерация Советында, Дәүләт Думаһында, Рәсәй Ректорҙар союзында уның буйынса фекер алышыуҙар барҙы. Унда, башлыса, мәғариф берләшмәһе ҡатнашты. Был эш һөҙөмтәһендә текст ярайһы ныҡ эшкәртелде һәм ул хәҙер zakonoproekt2010.ru сайтында киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарыла, — тиелгән РФ Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.

темалар: мәғариф