8 декабрь, Кесе йома

01 декабрь 2010 йыл, 17:20

Башҡортостандың һалым түләүселәре ҡаҙнаға 34 миллиард һум бурыслы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан предприятиеларының һәм физик шәхестәренең һалым буйынса бурысының дөйөм суммаһы – 34 миллиард һум самаһы.

— Динамиканы бөгөнгө көндә ыңғай тип әйтеп булмай, — тине Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов.

Һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре бурысты, уның барлыҡҡа килеү сәбәптәрен һәм динамикаһын анализлай. Әгәр бөгөнгө көндә республиканан бар кимәлдәге бюджетҡа күсерелгән һалым суммаһының 135 миллиард һум тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, 34 миллиардлыҡ бурыс ярайһы ҙур сумма икәне аңлашыла.

Республиканың һалым хеҙмәте башлығы билдәләүенсә, был бурыстар башлыса банкротлыҡ сигендәге предприятиеларға тура килә. Улар бөгөнгө көндә 1270.

Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында яҡшы урындарҙа түгел. Күрше республикаларҙа бурыслылар иҫәбе күпкә аҙыраҡ.

Марат Вәхитов үҙҙәренең һалым йөкләмәһен үтәмәгән предприятиелар исемлеген уҡып торманы.

— Бының яҡшы булмауын барығыҙ ҙа аңлай. Ул арбитраж идарасы эшенең сифаты һәм һалым органдары эшенең сифаты менән бәйле. Бөгөн беҙ бер нисә йүнәлеш буйынса эштәрҙе системаға һалабыҙ. Һәм һөҙөмтәләр булырға тейеш.

темалар: һалымдар, бурыс