7 декабрь, Шаршамбы

01 декабрь 2010 йыл, 17:30

Кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһы

автор: Марина Шумилова

8 декабрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты базаһында Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһын ҡабул итеүҙең 62-се йыллығына арналған «Кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеү өлкәһендә дәүләттең һәм йәмғиәттең актуаль проблемалары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.

Ғилми форумда Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм демократия буйынса ЮНЕСКО кафедраһы, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, Санкт-Петербург, Волгоград, Рязань ҡалаларынан ғалимдар, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы һәм идара итеү органдары етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.