5 декабрь, Дүшәмбе

01 декабрь 2010 йыл, 17:40

Башҡортостан халҡын эскелектән арындырырға теләйҙәр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда эскелекккә ҡаршы ҙур кампания йәйелдерергә йыйыналар. 4 декабрҙән үк республикала «Айыҡ Башҡортостан» йәмәғәт хәрәкәте эшләй башларға тейеш. Уны ойоштороу буйынса инициатив төркөмгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан урыҫтары Соборы Башҡарма комитеты, «Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш союзы» Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы, шулай уҡ республиканың бер нисә ҡалаһының эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса йәмәғәт ойошмалары — «Айыҡ Сибай», «Айыҡ Ишембай» һәм «Айыҡ Нефтекама» – ярҙам күрһәтте.

«Айыҡ Башҡортостан»  хәрәкәтен ойоштороу инициаторҙарының береһе Роберт Дәүләтшин хәбәр итеүенсә, был яңы ойошма күп йылдар йәштәр араһында алкоголь, тәмәке һәм наркотиктар ҡулланыуҙы иҫкәртеү менән шөғөлләнеүсе ғалимдарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен берләштерәсәк. Инициатив төркөм ағзалары, алкоголь демографик катастрофаның төп сәбәбе булып тора, тип иҫәпләй һәм республикабыҙ территорияһында был социаль яуызлыҡты бөтөрөргә, бик булмаһа, мөмкин тиклем уның масштабтарын кәметергә ниәтләй.