5 декабрь, Дүшәмбе

01 декабрь 2010 йыл, 16:10

«Полиэф» акционерҙар йәмғиәте базаһында технопарк төҙөләсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында «ПЭТФ-Башҡортостан» технопаркын төҙөү буйынса эшсе төркөмдөң ултырышы үткәрелде.

Ултырышта «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында технопарк төҙөү буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының эшмәкәрлеген ойоштороу йүнәлештәре һәм алымдары, шулай уҡ дәүләт ярҙамы саралары тикшерелде.  

БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «ПЭТФ-Башҡортостан» технопаркында химия продукцияһының төрлө төрҙәрен (ПЭТФ-пленкалар, блистер пленкалар, ПЭТ-флакондар, преформ, төрөү пленкаһы һәм башҡалар) етештереү планлаштырыла.

Технопарк төҙөү концепцияһы һәм кәрәкле иҡтисади иҫәп-хисаптар йыл аҙағына тиклем әҙерләп бөтөрөләсәк.