Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

«Колос» студенттар төҙөлөш отряды Рәсәйҙә иң яҡшы тип танылды

Иҡтисад

РФ Ауыл хужалығы министрлығында аграр вуздарҙың махсус студенттар отрядтары конкурсы еңеүселәренә наградалар тапшырылды.  

Быйыл конкурс 14 номинация буйынса үткәрелде: «Иң яҡшы отряд», «Иң яҡшы отряд командиры», «Иң яҡшы отряд комиссары», «Отрядтарҙың эшен ойоштороусы иң яҡшы вуздар», «Үҫемлекселек», «Механизациялау», «Малсылыҡ», «Ауыл төҙөлөшө», «Ауыл хужалығы продукттарын эшкәртеү», «Территорияларҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү», «Шефлыҡ ярҙамын ойоштороу», «Янғынға ҡаршы көрәш», «Финанс отрядтары» һәм «Ауыл хужалығы производствоһын электрлаштырыу».

23 вуздың студенттар отрядтары вәкилдәре Кубоктар һәм Почет грамоталары алды. Башҡорт дәүләт аграр университетының «Колос», Алтай дәүләт аграр университетының «Аграрник» һәм Кострома дәүләт ауыл хужалығы академияһының «44-й регион – Академики» студенттар төҙөлөш отрядтары иң яҡшы отрядтар тип танылды.

Илдә студенттар отрядтары хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Айырыуса ауыл халҡы өсөн тынғыһыҙ ураҡ көндәрендә студенттар отрядтарының ярҙамы юғары баһалана. Үҙ сиратында, отрядта эшләп, студенттар кәрәкле күнекмә ала.  

Производство эшмәкәрлеге менән бер рәттән студенттар ауыл халҡына, балалар йорттарына, ҡарттар йорттарына, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына социаль ярҙам күрһәтә.

2010 йылда РФ Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының Бөтә Рәсәй студенттар отряды 39500 яугирҙы берләштергән 1074 студенттар отрядынан торҙо. Аграр вуздың һәр бишенсе студенты – студотряд яугиры. 1 миллиард һумдан ашыулыҡ эштәр башҡарылды. Эш хаҡының дөйөм фонды 200 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть