10 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2010 йыл, 11:55

3 декабрҙә Өфөлә Юристар көнө билдәләнә

автор: Сергей Захаров

Юристар көнөндә, 3 декабрҙә, Башҡортостан социаль технологиялар институтында «Юрист-профессионал 2010» премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.

Унда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың, Рәсәй Юстиция министрлығының БР буйынса Идарылығы начальнигы Рөстәм Йосоповтың, БР Президенты Хакимиәтенең Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы Урал Хәсәновтың һәм башҡа рәсми кешеләрҙең ҡатнашыуы көтөлә.  

Тантана түбәндәге адрес буйынса үтәсәк: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 74/2. 16 сәғәттә башлана.

темалар: анонс