Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Төбәк профсоюздары хеҙмәт ветерандарының хоҡуҡтарын һаҡлап ҡалырға маташа

Сәйәсәт

Башҡортостан профсоюздары республиканың ҙур хеҙмәт стажына эйә булған кешеләренең хоҡуҡтарын һаҡлап алып ҡалырға маташа. Бында пенсия йәшенә еткән һәм 40 йылдан ашыу эшләгән ирҙәргә һәм 35 йылдан ашыу эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға «Оҙайлы эш стажына эйә булған хеҙмәт ветераны» исемен биреү тураһында һүҙ бара. Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн бындай исем алыу һәм уға бәйле социаль яҡлау саралары республика закондары менән бынан ике йыл элек билдәләнгәйне.  

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат секретары Эльмира Шаһыбалова хәбәр итеүенсә, быйыл 25 ноябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» БР Законының айырым положениеларын көсөнән сығарыу тураһында” БР Законы проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгәйне. Һөҙөмтәлә байтаҡ граждандарыбыҙ билдәһеҙ бер ваҡытҡа социаль яҡлау хоҡуғынан мәхрүм ителеүе ихтимал. Быға юл ҡуймау өсөн, профсоюздар республика депутаттарына был закон проектын икенсе уҡыуҙа тикшереүҙән баш тартыуҙарын һорап яҙма мөрәжәғәт итте. Бындай законды ҡабул итеү бик күп граждандарҙың мәнфәғәттәрен ҡыҫырыҡлаясаҡ, һәм был, профсоюздарҙың фекеренсә, республикала социаль көсөргәнешлелек һәм халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырыуы ихтимал.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть