3 декабрь, Шәмбе

01 декабрь 2010 йыл, 11:14

Өфө ер мәсьәләһе буйынса ғилми-ғәмәли конференция үткәрергә әҙер

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығында «Ер-милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү һәм камиллаштырыу буйынса төбәк проблемалары» Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын ойоштороу комитеты ултырышы үткәрелде. Унда Премьер-министр урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов ҡатнашты.

Уның әйтеүенсә, ер мәсьәләһе бөгөн бөтә ил өсөн бик мөһим, һәм конференция юғары ойоштороу кимәлендә үткәрелергә тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк-ара сара быйыл 2-3 декабрҙә БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында үтәсәк. Сараның төп маҡсаты булып ер-милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү һәм уларҙы хәл итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү тора.  

БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминев, конференцияла федераль структуралар (РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы, Росреестр һәм башҡалар), шулай уҡ республиканың һәм башҡа төбәктәрҙең дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итте. Башҡортостандың ҙур сәнәғәт предприятиелары белгестәре ҡатнашыуы көтөлә.

Илшат Тажетдинов, конференция аҙағында унда ҡатнашыусыларҙың ер һәм милек мөнәсәбәттәрен камиллаштырыу буйынса перспективалы тәҡдимдәре нигеҙендә ярашлы документ ҡабул итергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.