11 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2010 йыл, 10:14

Башҡортостанда бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының муниципаль этабында 120 мең самаһы бала ҡатнаша

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабы үтә. Унда 7-11 класс уҡыусылары – мәктәп олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары ҡатнаша. Йәмғеһе 120 мең уҡыусы. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығының дөйөм мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Наталья Кот хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, мәктәп этабында 5-11 кластарҙан 156 мең самаһы бала ҡатнашҡан. Әйткәндәй, быйыл интеллектуалдар өсөн марафон 21 фән буйынса үткәрелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә Рәсәй олимпиадаһы дүрт этаптан тора. Икенсеһе — муниципаль этап быйылғы йылдың 15 декабренә тиклем барасаҡ. Еңеүселәр һәм призерҙар төбәк этабында ҡатнашасаҡ, ул 2011 йылдың 13 ғинуарында башлана. Тәүге дисциплиналар — немец теле, технология һәм физика. Этап 5 февралдә астрономия, әҙәбиәт, физкультура, экономика буйынса олимпиадалар менән тамамлана. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау туры 20 марттан 1 майға тиклем үтәсәк.

Әйтергә кәрәк, йыл һайын «олимпиада» хәрәкәте төбәктә әүҙемерәк үҫешә бара. Әгәр үткән йылдарҙа Башҡортостан бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар иҫәбе буйынса илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инә алмаһа, быйыл 32 еңеүсе һәм призер арҡаһында республика Рәсәй Федерацияһы төбәктәре рейтингында туғыҙынсы урын алды.  

темалар: мәғариф