Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Октябрьский ҡалаһы Рәсәйҙең «Иң яҡшы муниципаль берәмеге» тип танылды

Йәмғиәт

Йыл һайын Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығы тарафынан үткәрелгән V муниципаль берәмектәр конкурсына йомғаҡ яһалды, уның операторы итеп РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты һайланды. Конкурста ете номинация буйынса 420-нән ашыу муниципаль берәмек, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының муниципаль берәмектәр советтары ҡатнашты.

Финанс университеты бинаһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы үткәрелде.

Ҡала округтары араһында «Иң яҡшы муниципаль берәмек» номинацияһы еңеүсеһе тип Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы танылды. Ставрополь крайының Кисловодск ҡала-курорты (2-се урын) һәм Сыуаш Республикаһының Новочебоксарск  ҡалаһы (3-сө урын) номинация призёрҙары булды, тип хәбәр итә Финанс университеты сайты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть