Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда экологик именлекте яҡшыртыу – иң көнүҙәк бурыс»

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгән экологик хәлде яҡшыртыу буйынса бурыстар Башҡортостан өсөн айырым әһәмиәткә эйә. Был турала 30 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Республикала эре химия һәм нефть химияһы предприятиелары тупланған. Шуға күрә, Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, республикала тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә.

Атап әйткәндә, 15 декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткәреләсәк «түңәрәк өҫтәл» төбәк тәбиғәтен һаҡлауға арналасаҡ. Киҫкен экологик мәсьәләләрҙе тикшереүгә Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Юрий Трутнев саҡырылған.

«Экологик тематика республика өсөн мөһим. Башҡортостан нефть сығарыусы, нефть химияһы төбәге булараҡ билдәле. Шуға күрә экологик именлекте яҡшыртыу беҙҙең өсөн иң көнүҙәк бурыс», – тине Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть