4 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2010 йыл, 9:48

Уҙған аҙнала вируслы инфекция менән ауырыусылар һаны Башҡортостанда 20 процентҡа артты

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһында киҫкен респиратор вируслы инфекция менән 16 меңдән ашыу кеше ауырый башлаған, күпселеге – 14 йәшкә тиклемге балалар. Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар иҫәбе 20 процентҡа артҡан.

Өфөлә киҫкен вируслы инфекция менән 4,4 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 61,5 проценты — 14 йәшкә тиклемге балалар. Шулай ҙа Өфө халҡының киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыуы эпидемик сиктән 16 процентҡа түбәнерәк.

Бөгөнгө көндә республикала грипп осрағы теркәлмәгән.

Шул уҡ ваҡытта белгесәр билдәләүенсә, ай аҙағына Башҡортостанда грипҡа ҡаршы 904,9 мең кеше, йәғни республика халҡының 22,3 проценты прививка яһатҡан. Шуларҙан һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә 800 мең кешегә, шул иҫәптән 360 мең балаға прививка эшләнгән (пландың 100 проценты). Финанслауҙың өҫтәмә сығанаҡтары иҫәбенә 104,9 мең кеше вакцинацияланған.