6 декабрь, Шишәмбе

01 декабрь 2010 йыл, 9:42

Константин Толкачев: Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһе – илебеҙҙең үҫеш йүнәлеше

автор: "Башинформ" | фото: Марсель Вахитов

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Президентының Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһенә аңлатма бирҙе.

“Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың әлеге Мөрәжәғәтнамәһе киләһе йылдарға Рәсәйҙәге йәмғиәт тормошоноң бөтә яҡтарын артабан реформалау мәсьәләләрен тикшереү йәһәтенән дәүләт власы һәм урындағы үҙидараның бөтә тармаҡтары һәм кимәлдәре эшмәкәрлегенең перспективалы программаһы булып тора. Дәүләт башлығы яҡын киләсәккә эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре буйынса позицияһын әйтеп бирҙе, шулай уҡ ҡабул ителгән мөһим ҡарарҙар хаҡында хәбәр итте.

Дөйөм алғанда, Дмитрий Анатольевич яңы, заманса Рәсәй төҙөүҙең ҡәҙимгегә әүерелгән принциптарынан һәм алымдарынан ситләшмәне. Ул әсәлек, балалыҡ, тыуым кимәлен арттырыу, тәрбиә һәм белем биреү проблемаларын айырып билдәләне. Улар ошо документтың нигеҙен тәшкил итте. Рәсәй Президенты ошо проблемаларҙы хәл итеү өсөн саралар комплексын тәҡдим итте, һәм был быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең үҙенсәлеге булып тора ла.

Шуныһы мөһим: был программа документында Рәсәйҙең хәҙерге хәле ҡабартып бирелмәй, ғәмәлдәге проблемалар, шул иҫәптән енәйәтселек, хроник коррупция, демократик институттарҙың һүлпәнлеге һәм башҡа бик күп күренештәр асыҡтан-асыҡ күрһәтелә. Һанап үтелгән проблемаларҙың Рәсәйҙәге йәш быуынға тәрбиә биреү, илдең кескәй граждандары өсөн цивилизациялы йәшәү шарттары булдырыу менән бәйлелеге, Рәсәйҙең перспективалы киләсәген тәьмин итеү өсөн уларҙы хәл итеү зарурлығы билдәләнә.

Рәсәй Президентының илдә тыуымды арттырыу, өсөнсө бала тыуғанда ярҙам күрһәтеү буйынса саралар тураһындағы тәҡдиме хуплауға лайыҡ.

Йәмғиәт тормошоноң төрлө өлкәләрендә, балалыҡ, йәш быуынға тәрбиә һәм белем биреү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, төбәктәрҙең һалым базаһын киңәйтеү, илдең оборона һәләтен тәьмин итеү, дәүләт ҡоролошо, дәүләт аппаратындағы коррупция проблемаларын хәл итеү буйынса Дмитрий Медведев тәҡдим иткән киң саралар комплексы ошо Мөрәжәғәтнамәнең үҙенсәлеге булып тора. РФ Президентының фекеренсә, дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендәге ҡануниәттең айырым аспекттары ла реформалауға мохтаж.

Президент шулай уҡ күп партиялы система ойоштороу, федераль һәм төбәк кимәлдәрендә генә түгел, шулай уҡ ҡала, район һәм муниципаль берәмектәр кимәлендә лә социаль базаға эйә булған партияларҙы аяҡҡа баҫтырыу бурыстарына ҡағылды. Мөрәжәғәтнамәнең ошо положениеларын тормошҡа ашырыу, һис шикһеҙ, демократияның артабан үҫешен билдәләйәсәк, граждандар мәнфәғәттәренең һәм өҫтөнлөктәренең киң йүнәлештәрен сағылдырыусы алға киткән күп партиялы система ойоштороу нигеҙенә әүереләсәк.

Шуныһы ҡыуаныслы: Мөрәжәғәтнамә тексын әҙерләү барышында Президент тотош консультациялар серияһы, атап әйткәндә, парламент партияһы етәкселеге менән консультациялар үткәрҙе. Улар менән мөһим социаль, иҡтисади, тышҡы сәйәси мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Был, һис шикһеҙ, дәүләт власының демократиялы тормошҡа ашырылыуына дәлил булып тора.

Мөрәжәғәтнамәлә нығытылған барлыҡ төп концепциялар һәм тәҡдимдәр маҡсатҡа ярашлы тырыш эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булып тора, тигән фекерҙәмен. Улар уйланылған, ижтимағи практиканы белеү һәм дәүләт төҙөлөшө проблемаларын, етешһеҙлектәрен анализлау менән тәрән дәлилләнгән. Мөрәжәғәтнамәнең төп идеяларын һәм положениеларын тормошҡа ашырыу демократик йәмғиәт һәм хоҡуҡи дәүләт төҙөү, халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу йүнәлешендә Рәсәйҙең һәм уның субъекттарының прогрессив үҫешенә өҫтәмә этәргес бирер, тип ышанам”.