Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Сколково» инновацион үҙәгенең технопаркы ойоштороласаҡ

Иҡтисад

2011 йылда Өфөлә “Сколково” инновацион үҙәгенең төбәк технопаркы асыласаҡ. 30 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың “Сколково” фонды президенты Виктор Вексельберг менән осрашыуы барышында ошо хаҡта килешеүгә өлгәшелде.

Осрашыуҙа “Сколково” үҙәге менән Башҡортостан Республикаһы араһында үҙ-ара эшмәкәрлек булдырыу хаҡында һүҙ барҙы. Атап әйткәндә, яҡын арала ҡул ҡуйыласаҡ хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ентекле тикшерелде. Ошо килешеүгә ярашлы Башҡортостан биләмәһендә “Сколково” инновацион үҙәге технопаркы ойоштороласаҡ.

Белешмә иөсөн. “Сколково” проектының интеграль өлөшө һәм “Technopark Zurich”тың Рәсәйҙәге стратегик партнеры булған “Сколково” технопаркы төбәк инновацион компаниялары, ғилми үҙәктәр һәм технопарктар менән әүҙем хеҙмәттәшлеккә йүнәлтелә. “Сколково” технопаркы төбәктәрҙә инновацион эшмәкәрлекте дәртләндереүгә булышлыҡ итә һәм халыҡ-ара инновацион берләшмәгә, киң венчур мөхитенә юл аса, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть