10 декабрь, Шәмбе

01 декабрь 2010 йыл, 9:32

«Тамыр» цифрлы форматта эшләй башланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Тамыр» балалар телерадиоканалы һанлы форматта хәбәр тапшыра башланы. Был турала «Башинформ» агентлығына канал етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина хәбәр итте. Уның әйтеүенсә,  «Тамыр»ҙың башҡорт телендәге тапшырыуҙарын әле үк «Уфанет» һәм «Башинформсвязь» кеүек провайдерҙарҙың клиенттары ҡарай ала. Яҡын арала уларға «Кристалл» да ҡушыласаҡ.

Ошо ваҡиға уңайынан 2 декабрҙә Башҡортостанда балалар телевидениеһы көнө иғлан ителгән. Бөтә төп республика телеканалдарында, шулай уҡ «Спутник FM» радиоһы эфирында тапшырыуҙарҙы ололар менән бергә балалар алып барасаҡ. Бынан тыш, киләһе йылдың февраленән «Тамыр» үҙенең тапшырыуҙарын һанлы форматта башҡорт телендә генә түгел, рус телендә лә алып барырға ниәтләй.