Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Мөрәжәғәтнамәһендә үҫештең өҫтөнлөклө йүнәлештәре күрһәтелгән»

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың 30 ноябрҙә булған Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтенә аңлатма бирҙе. Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рөстәм Хәмитов Президент Мөрәжәғәтнамәһендәге Рәсәй төбәктәренең, атап әйткәндә, Башҡортостандың эске үҫешенә ҡағылған иң мөһим идеяларҙы билдәләне.

«Беҙ балаларыбыҙҙың, йәш быуындың киләсәге хаҡына эшләйбеҙ. Эшмәкәрлегебеҙҙең төп принцибы – халыҡ власть өсөн түгел, ә власть халыҡ өсөн», – тине Рөстәм Хәмитов. Башҡортостан Президенты Дмитрий Медведевтың төбәктәрҙең инвестицион күркәмлеген арттырыу тураһындағы белдереүенең көнүҙәк булыуына иғтибарҙы йүнәлтте. Рөстәм Хәмитов, Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеүгә айырым иғтибар бирелә һәм был эш дауам итәсәк, тине.

«Һуңғы өс айҙағы эшебеҙ дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы күрһәтте. Беҙ йәмғиәтебеҙҙәге заманса тенденцияларҙы дөрөҫ баһаланыҡ һәм ошо ҡағиҙәләр юҫығында эш итәбеҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть