7 декабрь, Шаршамбы

30 ноябрь 2010 йыл, 17:17

Ҡала майҙандарында шыршылар ҡуйылды: тиҙҙән Яңы йыл

автор: Гөлназ Тутаева

Яңы йылға тиклем ваҡыт етерлек булһа ла, — әле тағы бер ай ҡалды, ноябрҙең 20-ләрендә Өфө майҙандарында тәүге урман һылыуҡайҙары күренде. Улар ҡала халҡының хәтеренә төшөрә кеүек: тиҙҙән өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да иң яратҡан байрамы — Яңы йыл етә.  

Тәүге шыршы ошо арала Орджоникидзе районында, С. Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайы (әле ӨДНТУ-ның Йәштәр һарайы) алдында, үҙ урынын алды. Уның бейеклеге – 30 метрҙан ашыу, урман ҡунағы беҙгә Нуриман районынан килтерелгән. Бер нисә көн элек уға төрлө төҫтәге шарҙар эленде, улар төнөн емелдәп яна. Ә бына боҙ ҡаласығын төҙөй башламағандар әле: бығаса һауа торошо ирек бирмәне. Әммә ошо көндәрҙә башланған һыуыҡтар һәм яңы яуған йомшаҡ ҡар "боҙ эштәре оҫталарына" оптимизмға нигеҙ бирә.

Тәбиғи шыршылар шулай уҡ ҡала советы алдында В.И. Ленин исемендәге майҙанда, Конгресс-холл алдындағы майҙанда, Совет майҙанында һәм Калинин районында “Моторҙар эшләүсе” мәҙәниәт һарайы алдында “үҫеп сыҡты”.  

Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәшел һылыуҡайҙар ҡаланың балалар өсөн иртәлектәр үткәреү планлаштырылған ҙур мәҙәниәт учреждениелары алдында ла ҡалҡасаҡ. Декабрҙең беренсе көндәрендә бар майҙандарҙы ла — төрлө төҫтәге гирляндалар менән, ә шыршыларҙы уйынсыҡтар һәм шарҙар менән биҙәйәсәктәр.

Бесәй йәки Ҡуян көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса етеп килгән яңы йылдың символы һанала. Был мәҙәк хайуандарҙың фигуралары йола буйынса боҙ ҡаласыҡтарын биҙәйәсәк. Бынан тыш, бик күп ихаталарҙа һырғалаҡтар эшләнәсәк һәм улар янында бәләкәй шыршылар ҡуйыласаҡ.

Һәр ваҡыттағыса, декабрҙә иң яҡшы боҙ скульптураға конкурс менән «Вьюговей» фестивале лә үтәсәк.

темалар: яңы йыл