8 декабрь, Кесе йома

30 ноябрь 2010 йыл, 17:30

Дмитрий Медведев ришүәттән 100 тапҡыр күберәк штраф һалырға тәҡдим итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ришүәтселәргә ришүәттән 100 тапҡырға күберәк суммала штраф һалырға тәҡдим итте. Был, уның фекеренсә, илебеҙҙә коррупцияны тамырынан бөтөрөргә ярҙам итәсәк.  

— Тәжрибәнән күренеүенсә, хатта 12 йылға иркенән мәхрүм итеү янауы ла ҡайһы бер енәйәтселәрҙе туҡтатмай, — тине дәүләт башлығы. — Бындай хәлдә, бәлки, штраф һөҙөмтәлерәк яза биреү сараһы булыр. Коммерция һатып алыуы, ришүәт биргән һәм алған өсөн ришүәттең үҙенән йөҙ тапҡырға күберәк күләмдә штраф һалыу менән яза бирелергә тейеш.

Дмитрий Медведев фекеренсә, бындай яза ришүәтселектә аралашсы ролен үтәүселәргә ҡарата ла ҡулланылырға тейеш.

— Бындай штрафтар закон кимәлендә индерелергә тейеш, — тип иҫәпләй Президент.

Башҡортостанда коррупция темаһы һуңғы ваҡытта республиканың юғары етәкселеге кимәлендә бер нисә тапҡыр тикшерелде. Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов бөтә кимәлдәрҙә лә ришүәтселеккә ҡаршы көрәшергә кәрәклеге хаҡында күп тапҡырҙар телгә алды. Бынан тыш, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев күптән түгел Дәүләт Думаһында Дәүләт Думаһының Коррупцияға ҡаршы тороуҙы закон нигеҙендә тәьмин итеү буйынса комиссияһының парламент тыңлауҙары сиктәрендә сығыш яһап, төбәгебеҙҙә был яуызлыҡты бөтөрөү буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне. Ул федераль закон сығарыусыларға был йүнәлештә теләктәрен белдерҙе һәм “Коррупцияға ҡаршы тороу тураһында” Федераль законды камиллаштырыу буйынса бер нисә инициатива индерҙе.