6 декабрь, Шишәмбе

30 ноябрь 2010 йыл, 16:33

Роспотребнадзор «ЦентрОбувь» сауҙа йортонда байтаҡ аяҡ кейемдәрен бракка сығарҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының ҡалланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге «ЦентрОбувь» сауҙа йорто” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә планлы тикшереү үткәрҙе. Инспекция барышында сифатһыҙ аяҡ кейемдәрен һатыу факттары асыҡланды. Дөйөм алғанда, 154,8 мең һумлыҡ 207 пар аяҡ кейеме, шуның 45 пары балалар өсөн, бракка сығарылды.

Сауҙа предприятиеһына асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында күрһәтмә бирелде, «ЦентрОбувь» сауҙа йорто” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең өс вазифалы кешеһенә ҡарата административ хоҡуҡ тәртибен боҙоу тураһында протокол төҙөлдө.