8 декабрь, Кесе йома

30 ноябрь 2010 йыл, 16:25

Өфөлә ғаилә балалар баҡсаһын ойоштороуға ике меңгә яҡын ғаилә пособие ала аласаҡ

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың мәктәпкәсә учреждениеларҙа урындар етешмәүе менән бәйле хәлде яҡшыртырға ҡушыуын үтәү маҡсатында, Өфөлә балалары балалар баҡсаһына йөрөмәгән ғаиләләргә пособие түләнә башланы.  

Түләүҙәр заявка буйынса башҡарыла һәм 2010 йылдың 1 октябренән уларҙы 400 самаһы ғаилә ала башлаған.  Пособие суммаһы 3000 һум тәшкил итә. Өфө бюджеты менән 2011 йылға 2000 ғаиләгә пособие түләү планлаштырылған.

Пособиеларҙы, атап әйткәндә, ғаилә балалар баҡсаларын ойоштороуға йүнәлтергә мөмкин. Улар, ҡағиҙә булараҡ, үҙҙәренең балалары булған ғаиләләрҙә ойошторола. Әлеге ваҡытта Өфөлә бындай 27 төркөм эшләй, уларҙа 85 бала тәрбиәләнә.

Ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән мәктәпкәсә төркөмдәр ҙә (ә ҡалала бындай 46 төркөм бар) балалар баҡсаларына альтернатива була ала.  Унда 600 бала йөрөй. Бындай төркөмдәр балалар баҡсаларында ойошторола һәм тулы булмаған эш көнө графигында эшләгән ата-әсәләр өсөн уңайлы.

Әлеге ваҡытта балалар баҡсаларында урын етешмәү проблемаһын хәл итеүҙең бындай формалары республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдарында ла әҙерләнә, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Белешмә өсөн. Башҡортостандың бөтә ҡаларында һәм ауылдарында балалар баҡсаһына урын алыуға 50,4 мең ғаилә сиратта тора (Өфөлә 17 мең). Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына республикала 165,5 мең бала йөрөй (Өфөлә 39,2 мең бала).