Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны арта

Иҡтисад

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы аҙна һайын Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында хеҙмәт баҙары мониторингын үткәрә. Ул эш биреүселәр тарафынан бирелгән ойошманы бөтөрөү йә булмаһа хеҙмәткәрҙәр һанын йәки штатын кәметеү менән бәйле хеҙмәткәрҙәрҙе эштән сығарыу планлаштырылыуы тураһында рәсми мәғлүмәткә нигеҙләнгән.

Мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы аҙнала (18 ноябрҙән 24-енә тиклем) мәшғүллек хеҙмәте органдарында теркәлгән эшһеҙ граждандар һаны 1 процентҡа (йәғни 15437 кешегә) артҡан һәм 2010 йылдың 24 ноябренә ҡарата 1 523 359 кеше тәшкил иткән.

Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәшғүллек хеҙмәте органдарында теркәлгән эшһеҙ граждандар һанының артыуы 64 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында ла билдәләнгән.  

Рәсәйҙең 12 төбәгендә эшһеҙҙәр һаны кәмегән. Айырыуса Тыва Республикаһында, Киров өлкәһендә, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһында эшһеҙ граждандар күпкә кәмеүе билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть