8 декабрь, Кесе йома

30 ноябрь 2010 йыл, 14:15

Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай

автор: Марина Шумилова

РФ Президенты Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа үҙенең Мөрәжәғәтнамәһе менән юғары дәүләт вазифаһын биләгән ваҡытында өсөнсө тапҡыр мөрәжәғәт итә. Дәүләт башлығы яҡын киләсәккә эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре буйынса үҙенең позицияһын әйтә, шулай уҡ ҡабул ителгән мөһим ҡарарҙар хаҡында мәғлүмәт бирә.  

Мөрәжәғәтнамә төп программа документы булып тора һәм, президент фекеренсә, ниндәй проблемалар өҫтөнлөклө һәм уларҙы хәл итеү механизмдары ниндәй – ошолар буйынса йәмғиәткә ориентирҙар бирә.  Дәүләт башлығының парламентҡа әлеге Мөрәжәғәтнамәһе — уларҙы халыҡҡа еткереү тарихында 17-сеһе.  Медведев парламентҡа ике тапҡыр мөрәжәғәт итте — 2008 йылдың 5 ноябрендә һәм уҙған йылдың 12 ноябрендә. Унан алдағы дәүләт башлығы Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа 8 тапҡыр мөрәжәғәт итте. Рәсәй Федерацияһының беренсе президенты Борис Ельцин парламент алдында программа телмәренең төп тезистары менән йылдың төрлө ваҡытында алты тапҡыр сығыш яһаны. Тәүге тапҡыр Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе 1994 йылдың 24 февралендә уҡып ишеттерелде.