3 декабрь, Шәмбе

30 ноябрь 2010 йыл, 15:20

Өфөлә 23 хужаһыҙ күсемһеҙ милек объекты асыҡланды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бөгөнгө көндә Өфөлә 23 хужаһыҙ күсемһеҙ милек объекты асыҡланған. Был турала мэриялағы матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары, ҡаланың муниципаль милкенә идара итеү комитеты рәйесе Рәмил Дилмөхәмәтов хәбәр итте.  

— Был объекттар Октябрь, Орджоникидзе, Калинин, Дим һәм Ленин райондарында урынлашҡан, — тине ул. — Бөтә ҡоролмалар буйынса эш алып барыла. Шуларҙан быйыл билдәләнгән тәртиптә бер объект иҫәпкә ҡуйылған, быйыл йыл башында – 13. Ноябрҙә  Росреестрға тағы бер объект буйынса иҫәпкә ҡуйыу өсөн документтар тапшырылды.

Ҡалған һигеҙе буйынса Муниципаль милек менән идара итеү комитеты был ҡоролмаларҙың хужаһыҙлыҡ статусын билдәләү буйынса эш үткәрә.

Рәмил Дилмөхәмәтовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, хужаһыҙ объекттар ҡала халҡына проблемалар тыуҙыра. Уларҙың хужаһы булмағас, бер кем дә уларҙы ҡарамай. Был янғын сығыу ҡурҡынысы тыуҙыра. Шулай уҡ хужаһыҙ биналар, ҡағиҙә булараҡ, йәмһеҙ һәм ҡаланың дөйөм йөҙөн боҙа.  

— Беҙ хужаһыҙ объекттарҙы асыҡлау буйынса 2006 йылдан әүҙем эшләй башланыҡ, — тип билдәләне Өфөнөң Муниципаль милек менән идара итеү комитеты рәйесе. – Тап шул саҡта милекте айырыу башланды. Беҙ ҡала буйлап ошондай объекттарҙы эҙләп йөрөп сығабыҙ. Был йүнәлештә махсус бүлектәр эшләй, ер контроле булдырылған. Иң элек, беҙ объекттың хужаһы бармы- юҡмы икәнлеген билдәләргә тейешбеҙ. Әгәр юҡ икән, был объекттарҙы муниципаль милеккә яҙабыҙ. Ҡала өсөн был өҫтөнлөк, сөнки бюджетыбыҙ тулылана. Әгәр объекттарҙы һатһаҡ, уларға баҙар хаҡы ҡуйыласаҡ.