8 декабрь, Кесе йома

30 ноябрь 2010 йыл, 13:23

Бәләкәй бизнесҡа өйрәтеү буйынса бушлай курстар ойошторола

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы менән берлектә бизнес менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн бушлай ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыу курстары үткәрә. Курстар 6 декабрҙән 18-енә тиклем үтәсәк.

Программала — хужалыҡ хоҡуғы һәм граждандар закондары нигеҙҙәрен,бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы механизмын, маркетинг һәм һалым һалыу системаларын, бухгалтерия иҫәбен ойоштороу һәм алып барыуҙы өйрәнеү, бизнес-план төҙөү буйынса практикум.  

Ике аҙналыҡ курстар юғары уҡыу йорттарының сығарылыш курстары студенттары, эшһеҙ һәм эштән сығарыу янаған граждандар, шулай уҡ күптән түгел үҙ эшен асҡан һәм быйыл үҙ бизнесының башланғыс стадияһында субсидия формаһында финанс ярҙамы алған эшҡыуарҙар өсөн ойошторола.

Төркөмдәр Өфө һәм туғыҙ муниципаль берәмек: Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы ҡала округының эшҡыуарҙар советтары эргәһендә комплектланасаҡ.

Ҡыҫҡа ваҡытлы уҡытыу курстары үткәреү мәсьәләләре буйынса Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ҡарамағындағы Консалтинг һәм өҫтәмә профессиональ белем биреү үҙәгенә (347) 253-32-99 телефоны аша йәки e-mail: dpo.ugaes@mail.ru электрон адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.